ИҪКЕ БАҪМА КИТАП, баҫма китап культураһы ҡомартҡыһы; китап баҫыу барлыҡҡа килгәндән һуң билдәле бер ваҡыт эсендә сығарылған китаптарҙың шартлы атамаһы; тышҡы биҙәлешендә ҡулъяҙма китап м‑н оҡшашлыҡтары бар. И.б.к. археография, кодикология, палеография, текстология һ.б. фәндәр өйрәнә. Башҡортостанда И.б.к. 20 б. башына тиклем сығарылған ғәрәп графикаһындағы (ҡара: Ғәрәп яҙмаһы) баҫмалар ҡарай. Китап‑ҡулъяҙмалар фондтарында һаҡланған И.б.к. күпселеге 20 б. археографик экспедициялар барышында йыйылған. Иң тәүгеләре 18 б. аҙ. ҡарай. Ғәрәп телендә, төрки һәм фарсы телендә яҙылған, Башҡортостан, ш. уҡ Мәскәү, Ҡазан, Санкт-Петербург, Дели, Ҡаһирә, Истанбул, Урта Азия дәүләттәре типографияларында баҫылған. И.б.к. араһында күпселекте дини китаптар (Ҡөрьән һәм уның тәфсирҙәре, хәҙис йыйынтыҡтары, исламдың теоретик нигеҙҙәре һәм тарихы, мосолман йолалары т‑дағы китаптар һ.б.), башҡорт әҙәбиәте һәм татар әҙәбиәте яҙыусыларының әҫәрҙәре (Аҡмулла, Ш.Бабич, М.Ғафури, Ғәлимйән Ғ.Ибраһимов, С.Л.Рәмиев, Һ.С.Сәлихов, Ф.К.Туйкин, Ғ.Туҡай, Р.Ф.Фәхретдинов, Т.Ялсығол һ.б.); астрономия, тәбиғәт фәне, тарих, тел ғилеме, әҙәбиәт ғилеме, медицина, педагогика, философия б‑са фәнни хеҙмәттәр (М.М.Биксурин, М.А.Ҡулаев, С.Ғ.Мирасов, М.Рәмзи, Ғ.Сәғҙи, Н.Т.Таһиров һ.б.) тәшкил итә. Шулай уҡ ғәрәп, татар телдәре һәм әҙәбиәттәре, география, геометрия, тарих, дини фәндәр һ.б. б‑са дәреслектәр, хрестоматиялар, методик ҡулланмалар; һүҙлектәр, журналдар, календарҙар, рәсми документтар (Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назаратының һәм Ҡазан, Өфө мосолман ойошмаларының отчеттары; мәҙрәсә, мәктәп һәм уч‑щелар өсөн программалар һ.б.) һ.б. бар. И.б.к. иҫәп һәм һаҡлау эштәре алып барыла; уларҙың күп өлөшө ТТӘИ‑нең Ғ.Б.Хөсәйенов ис. ғәрәп графикалы ҡулъяҙмалар һәм иҫке баҫма китаптар фондында һаҡлана. БР‑ҙа И.б.к. системалау һәм өйрәнеү эштәре тамамланмаған.

Әҙәб.: Булгаков Р.М. Арабографичная книга в Башкирии: некоторые книговедческие реалии //Исследования по башкирскому языку и письменной культуре Башкирии. Уфа, 1989.

Р.Й.Аҡкөбәков

Тәрж. Л.Н.Абдрахманова

Текст на русском языке