ЖУКОВСКИЙ Василий Андреевич (29.1.1783, Тула наместниклығы Мишенский а. — 12.4.1852, Баден ҡ., Германия), урыҫ шағиры. Урыҫ романтизмына нигеҙ һалыусыларҙың береһе, пейзаж лирикаһының тәүге өлгөләрен булдырыусы. “Людмила” (1808), “Кассандра” (1809) балладалары, “Васыят төҫө” (“Цвет завета”; 1819), “Диңгеҙ” (“Море”; 1822) һ.б. шиғырҙар авторы. 1837 й. Ж., Александр II Рәсәй буйлап сәфәрендә оҙатып йөрөгәндә, Ырымбур губернаһында була. Шағирҙың Башҡортостанда булыу т‑дағы тәьҫораттары “В.А.Жуковский көндәлектәрендә” (“Дневники В.А.Жуковского”) сағыла. Унда төбәктең тәбиғәте һүрәтләнә, ҡымыҙ, ҡурай, башҡорттарҙың көйҙәре һәм бейеүҙәре һ.б. телгә алына.

Әҙәб.: Башкирия в русской литературе. Т.1. Уфа, 1989.

М.Ғ.Рәхимҡолов

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Текст на русском языке