ИШЕМҒОЛ Булат [ысын исеме Ғабдрахманов Ғабдрахман Закир улы; 16.2.1900, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Яңы Себенле а. (БР‑ҙың Ейәнсура р‑ны) — 10.7.1938, Өфө], яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1934). Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. “Ғәлиә” мәҙрәсәһенең әҙерлек курстарында уҡыған (1916—17), ВКП(б) ҮК эргәһендәге өйәҙ хеҙм‑рҙәре курстарын тамамлаған (Мәскәү, 1927). 1920 й. алып Ҡыпсаҡ‑Ете ырыу һәм Юрматы кантондарында эшләй (сәйәсәт бүлеге нач., сәйәси ағартыу идаралығы мөдире), 1921 й. — Рәсәй коммунистик йәштәр союзы Башҡ‑н өлкә ком‑тының сәйәси ағартыу бүлеге мөдире. 1922—26 йй. һәм 1932—37 йй. Башҡ‑н дәүләт нәшриәтендә (1926 й. тиклем һәм 1936 й. башлап дир., 1934—36 йй. баш мөхәррир), бер үк ваҡытта 1924—32 йй. ВКП(б)- ның Башҡ‑н өлкә ком‑тында: инструктор, 1931—32 йй. В.И.Ленин һәм И.В.Сталин хеҙмәттәрен башҡ. теленә тәржемә итеү б‑са комиссияның яуаплы мөхәррире; 1925—26 йй. “Башҡурдистан” гәз. (ҡара: “Башҡортостан”), 1928—31 йй. “Аллаһыҙ” ж., 1932—36 йй. (өҙөклөк м‑н) “Үктәбер” ж. (ҡара: “Ағиҙел”) мөхәррире; 1928—32 йй. Башҡортостан пролетар яҙыусылар ассоциацияһы рәйесе. Тәүге шиғырҙары 1917 й. “Ҡармаҡ” һәм “Шура” ж. баҫыла. Яҙыусы ижадына жанрҙар һәм тематика төрлөлөгө хас. “Комсоколонналар” (1934) шиғырҙар йыйынтығында, “Тракторсы Айһылыу”, “Юлдар”, “Йыр башы” поэмаларында һ.б. яңы тормош өсөн фиҙаҡәр көрәшеүсе соц. төҙөлөш энтузиастары — комсомолдар образы тыуҙырылған. “Аллаһыҙ көлөү” (1930), “Сабир мулланың ҡәберҙән яҙған хаты” (1935) китаптарына дини фанатизмды фаш иткән әҫәрҙәр ингән. И. әҫәрҙәре урыҫ, татар теленә тәржемә ителгән. 1‑се Бөтә Союз совет яҙыусылары съезы (Мәскәү, 1934) делегаты. Репрессиялана (1938), атыла. 1956 й. аҡлана. Тыуған ауылындағы мәктәпкә яҙыусының исеме бирелгән, мәктәп алдында уға — һәйкәл, Өфөлә И. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Хеҙм.: Һайланма әҫәрҙәр. Өфө, 1969; Һайланма әҫәрҙәр: шиғырҙар һәм поэмалар. М., 1957.

Әҙәб.: Түләбаев М.С. Булат Ишемғол: тормош юлы һәм ижады. Өфө, 1999.

Р.Ғ.Ғилметдинова

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018