ЕЛПАТЬЕВСКИЙ Сергей Яковлевич (3.11.1854, Владимир губ. Новосёлка‑Кудрино а. — 9.1.1933, Мәскәү), яҙыусы, публицист. 1877—78 йй. рус-төрөк һуғышында ҡатнашыусы. Мәскәү ун‑тының мед. ф‑тын тамамлаған (1878). “Себер очерктары” (“Очерки Сибири”; 1893), “Мысыр” (“Египет”; 1911), “Ҡырым очерктары” (“Крымские очерки”; 1913) һ.б. китаптар авторы. Е. әҫәрҙәре күбеһенсә хәтирәләр һәм юлъяҙма очерктар жанрында яҙылған. “Үткәндәр тураһында хикәйәләр” (“Рассказы о прошлом”; 1901) автобиографик йыйынтығында ауыл руханиҙары көнкүреше һүрәтләнгән. “Яҡын шәүләләр” (“Близкие тени”; 2 томда, 1909—1916) китабында урыҫ яҙыусылары Н.К.Михайловский, Г.И.Успенский һ.б. әҙәби портреттары бирелгән. Революцион хәрәкәттә ҡатнашҡаны өсөн һөргөнгә ебәрелә һәм 1880—84 йй. Өфө губернаһында йәшәй, Благовещен заводында табип булып эшләй, Өфө губ. табиптарының 1‑се съезын ойоштороусыларҙың береһе була. Е. “50 йыллыҡ хәтирәләр” (“Воспоминания за 50 лет”; 1929) китабы 19 б. 80‑се йй. Өфө һәм Башҡортостан хаҡында тасуирламаны, Өфө йәмғиәтенең соц. һәм мәҙәни тормошо т‑да уйланыуҙарҙы, П.И.Добротворский, П.А.Полторацкий, П.П.Шрамченко һ.б. хаҡында иҫтәлектәрҙе үҙ эсенә ала.

Әҙәб.: Собрание сочинений. В 3 т. СПб., 1911.

Р.Х.Яҡупова

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика