ЕВРИПИД (б.э.т. яҡынса 480 й., Афина – б.э.т. 406 й., Македония), боронғо грек драматургы. 90-ға яҡын трагедия (17‑һе һаҡланған) һәм “Киклоп” сатирик драмаһы авторы. Рационалист һәм скептик булараҡ, Е. мифол., этик һәм традицион нормаларҙы шик аҫтына ҡуя. Әҫәрҙәрендә геройҙарҙың эске донъяһын һүрәтләүгә ҙур урын бирелә. “Медея” трагедияһы Х.Т.Бикҡоловтың башҡ. теленә тәржемәһендә 1990 й. Башҡорт драма театрында ҡуйыла (реж. О.Ш.Еркимбаева).

Р.Ғәзиров

Тәрж. Л.Н.Абдрахманова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.