ИСХАҠОВ Вәзих Мөхәмәтша улы (5.10.1927, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Иҫке Тайнаш а., хәҙ. БР‑ҙың Саҡмағош р‑ны Тайнаш а. — 20.1.1985, Өфө), яҙыусы. БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1981). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1966). БДУ‑ны тамамлаған (1964). 1958—59 йй. “Кызыл таң” гәз., 1962 й. алып БАССР МС‑ының Радиотапшырыуҙар һәм ТВ ком‑тының әҙәби хеҙм‑ре, 1964 й. — БДУ‑ла уҡыта, 1966—68 йй. һәм 1973 й. башлап “Ағиҙел” ж. баш мөхәррир урынбаҫары, 1968—73 йй. БАССР Яҙыусылар союзының яуаплы секретары. “Мулланур Вәхитов” (“Мулланур Вахитов”) исемле тәүге китабы 1958 й. (башҡ. телендә — “Революционер тураһында хикәйә”, 1960) сыға. “Ҡындан һурылды ҡылыстар” (1968), “Һаумы, генерал!” (1975), “Бәхтизин” (1974) тарихи-биографик романдары, “Тулҡындар ярға ҡаға” (1978), “Йылдар шаңдауы” (1986) хикәйәләр һәм повестар йыйынтыҡтары һ.б. авторы. Ғ.Сәләм ис. пр. лауреаты (1984). Саҡмағош һәм Тайнаш аа. урамдарға И. исеме бирелгән; Өфөлә ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. “Чекмагушинформцентр” редакция‑нәшриәт комплексы һәм “Игенче” район гәз. уның исемендәге премия булдырған (2007).

Әҫәрҙ.: Атайым ултыртҡан өйәңке: повесть һәм хикәйәләр. Өфө, 1969; Ташҡа баҫылған исемдәр: повестар. Өфө, 1990; Долг памяти: повести и рассказы. М., 1985.

С.Ғ.Сафуанов

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Текст на русском языке