ДОВЛАТОВ Сергей Донатович (3.9.1941, Өфө — 24.8.1990, Нью-Йорк), яҙыусы, журналист. ЛДУ‑ла уҡый (1959—62). 1942 й. алып Новосибирск ҡ. йәшәй, 1944 й. — Ленинградта, 1978 й. башлап АҠШ‑та: “Азатлыҡ” радиоһында эшләй; урыҫ телендәге “Новый американец” (“Яңы американлы”) гәз. ойоштороусыларҙың береһе һәм уның баш мөхәррире була. Д. әҫәрҙәренә төрлө тормошсан хәлваҡиғаларҙы һүрәтләгәндә комедия м‑н драманың үрелеп килеүе хас. Д. геройы — донъянан ситләшкән, япаяңғыҙ “бәләкәй кешенең” заманса тибы. “Компромисс” (1981), “Беҙҙекеләр” (“Наши”; 1983), “Сумаҙан” (“Чемодан”; 1986) китаптарына ингән новеллаларында, “Ҡурсаулыҡ” (“Заповедник”; 1983), “Филиал” (1989) повестарында һ.б. совет ысынбарлығының мәғәнәһеҙлеген һәм урыҫ эмигранттарының тормошон ирония аша һүрәтләй. Өфөлә Д. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған (2011). Д. исеме м‑н Ухта һәм Нью-Йорк ҡҡ. (икеһе лә — 2014) урамдар аталған.

Әҫәрҙ.: Собрание прозы: в 3 т. СПб., 1995.

Әҙәб.: Малоизвестный Довлатов. СПб., 1995.

Ә.Р.Зайцева

Тәрж. Л.Н.Абдрахманова

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.