АВИАЦИЯ (фр. aviation), 1) һауала хәрәкәт иткәндә күтәреү көсө булдырыу принцибын файҙаланыусы һауанан ауырыраҡ аппараттарҙа (самолёт, вертолёт һ.б.) осоу теорияһы һәм практикаһы. А. ерҙә файҙаланыу өсөн техник саралар, осоу аппараттары инә. Башҡортостанда 20 б. 40-сы йй. башынан авиатөҙөлөш үҫеш ала. Респ. пр‑тиеларында авиация двигателдәре, вертолёттар, авионика саралары, авиация системалары агрегаттары һ.б. уйлап табыла һәм етештерелә. А. өсөн кадрҙарҙы Авиация техник университеты, Авиация техникумы, Күмертау авиация техник колледжы һ.б. уҡыу йорттары әҙерләй.

2) Осоштар өсөн осоу аппараттарын файҙаланыусы ойошма (хеҙмәт). Граждандар һәм хәрби А. бүлеп йөрөтәләр. Граждандар А. транспорт (пассажир һәм йөк ташыу), санитария авиацияһы, махсус тәғәйенләнештәге (ауыл хужалығын, урман хужалығын хеҙмәтләндереү, файҙалы ҡаҙылмаларҙы разведкалау, экологик мониторинг үткәреү һ.б.) һәм уҡыу-спорт А. инә. 1920‑се йй. респ. уҡыу-спорт А. үҫешә башлай (ҡара: Авиамодель спорты, Авиация-техник спорт клубтары). 30-сы йй. даими пассажир авиалиниялары ойошторола (ҡара: Һауа транспорты). 1991 й. алып БР‑ҙа граждандар А. “Башҡортостан авиалиниялары” авиакомпанияһы ҡарай; 2001 й. “Өфө авиалиниялары” ЯАЙ, 2009 й. “Арҡайым” милли авиакомпанияһы (икеһе лә — Өфө) ойошторола. 1989—99 йй. хәрби А. өсөн кадрҙарҙы Өфө юғары хәрби авиация лётчиктар училищеһы әҙерләй.

Х.С.Ғүмәров

Тәрж. Ә.Ф.Ҡарағужина

Текст на русском языке