ИСЛАМОВ Динис [Денис Фәтхи улы; 15.12.1921, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Яңы Муса а. (БР‑ҙың Шишмә р‑ны) — 14.4.1973, Өфө], яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1965). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1940 й. Көйөргәҙе р‑нының Таймаҫ урта мәктәбе уҡытыусыһы, 1947 й. алып “Кызыл таң” гәз. әҙәби хеҙм‑ре, 1950 й. — “Красное знамя” (“Ҡыҙыл байраҡ”; ҡара: “Родник плюс”) гәз. яуаплы секретары, 1951—55 йй. (өҙөклөк м‑н) “Совет Башҡортостаны” гәз. махсус хәбәрсеһе. “Беренсе көн” тип аталған тәүге хикәйәләр йыйынтығы 1953 й. сыға. И. ижады өсөн кеше яҙмыштарына тәрән иғтибар, психологизм хас. Б.В. һуғышы т‑дағы “Мәскәү юлы” (1968) романы, “Ҡыҙҙар” (1955), “Өс осрашыу” (1964) хикәйәләр һәм повестар йыйынтыҡтары һ.б. авторы. “Йомарт ер” (1959) романы б‑са БАДТ‑ла “Ҡуштирәк, йәки Йомарт ер” спектакле ҡуйыла. И. әҫәрҙәре молдаван теленә тәржемә ителгән. Ҡыҙыл Байраҡ, 1‑се һәм 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ орд. м‑н бүләкләнгән. Тыуған ауылында урамға уның исеме бирелгән; Өфөлә И. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Әҫәрҙ.: Ғүмер юлдары: повестәр һәм хикәйәләр. Өфө, 1960; Әҫәрҙәр: 2 томда. Өфө, 1986.

Р.Н.Байымов

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Текст на русском языке