ИСҠУЖИН Бүребай Мәхмүт улы (15.1.1952, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Байыш а. — 14.4.2009, шунда уҡ), яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1992). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1977) Баймаҡ һәм Хәйбулла р‑ндары мәктәптәрендә уҡыта, 1980—85 йй. “Октябрь байрағы” (ҡара: “Баймакский вестник”) гәз. хеҙм‑ре. Буранбай Исҡужин, Буранбай псевдонимдары м‑н баҫтырыла. “Тормош боролоштары” исемле тәүге китабы 1989 й. сыға. “Аҡ менән ҡара” (1992) шиғырҙар йыйынтығы, балалар өсөн яҙылған “Зилә Ғ .ли һ .м мин” (1994) хикәйәләр йыйынтығы, “Һарысәс”, “Ғилмияза”, “Фатирһыҙҙар” һ.б. пьесалар авторы. Пьесалары БР театрҙарында ҡуйылған.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018