ИРГӘЙЕЛ, башҡ. тылсымлы әкиәттәре персонажы, хтоник йән эйәһе. Көсө оҙон һаҡалында булған кәрлә ҡарт (“үҙе бер ҡарыш, һаҡалы мең ҡарыш”). Ҡара көстәр вәкиле, яуызлыҡ эйәһе. Ер аҫтында йәшәй. Буйһонмаған өсөн кешене ҡолағынан ҡаҙаҡҡа элә, бармағын киҫә (“Бүре улы Сынтимер бәһлеүән”, “Айыуғолаҡ” һ.б.); ҡоҙоҡ төбөнә йәки шишмә янына урынлашып, кешеләрҙе һыуҙан мәхрүм итә (“Хәсән менән Хөсәйен”, “Аҡъял батыр” һ.б.) һ.б. Ҡайһы бер әкиәттәрҙә И. дейеүҙең атаһы рәүешендә бирелә (“Етегән батыр”, “Исмай”). И. иң көслө батыр ғына еңә ала.

Әҙәб.: Йәшәгән, ти, батырҙар: башҡорт халыҡ әкиәттәре. Өфө, 2005; Галин С.Ә. Тел асҡысы халыҡта. Башҡорт фольклоры: аңлатмалы һүҙлек. Өфө, 1993; Башкирское народное творчество. Т.3. Богатырские сказки. Уфа, 1988.

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Текст на русском языке

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.