ИЛЬЯСОВА Йомабикә Сәләхетдин ҡыҙы (1.11.1957, БАССР-ҙың Хәйбулла р‑ны Аҡъюл а.), шағирә. РФ-тың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (2008), БР‑ҙың атҡ. матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙм‑ре (2002). Журналистар союзы (1985), Яҙыусылар союзы (1995) ағзаһы. БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1979) “Йәншишмә” гәз. хеҙм‑ре (1990 й. башлап бүлек мөдире), 1991 й. алып “Йәшлек” гәз., 1994 й. — “Башҡортостан” гәз. бүлек мөдире; 1996 й. башлап “Башҡортостан ҡыҙы” ж. яуаплы секретары, 1999 й. — баш мөхәррире, 2013 й. башлап БР Дәүләт Йыйылышы—Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары. “Яуа, яуа алтын япраҡтар” (1990), “Ҡабырсаҡта” (1998), “Елгә ҡаршы” (2007), “Мин үҙеммен һаман” (2013) шиғырҙар йыйынтыҡтары, балалар өсөн “Серле төн” (1993) әкиәттәр китабы һ.б. авторы. И. шиғырҙары урыҫ теленә тәржемә ителгән, уларға йырҙар яҙылған. БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 4—5‑се саҡырылыш депутаты.

Тәрж. Л.Н. Абдрахманова

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018