ИЗИЛЯНОВА Валентина Михайдаровна (1.1.1959, БАССР-ҙың Мишкә р-ны Андреевка а.), шағирә. Мари Эл Респ. атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (2016). Мари пед. ин‑тын (Йошкар-Ола, 1982), М.Горький ис. Әҙәбиәт ин‑ты эргәһендәге Юғары әҙәби курстарҙы (Мәскәү, 1991) тамамлаған. 1982—89 йй. Мари китап нәшриәте хеҙм-ре, 2005—08 йй. дир. урынбаҫары — баш мөхәррире, 1989 й. “Пионер йук" (“Пионер тауышы”) ж., 1991 й. алып “Самай" ЯСШ хеҙм‑ре, 1992–2005 йй. Марий Эл Респ. Милли музейының өлкән ғилми хеҙм‑ре, 2010—12 йй.  Мари республика мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжында (бөтәһе лә — Йошкар-Ола). “Бир ҡулыңды, дуҫ" (1983), “Ташлама минең баҫыуымды, һабантурғай" (1987),  “Сәскәләр йыры” (1995), “Тауыш сауҡалығы" (2005), “Күккә хат"  (2009; бөтәһе лә — мари телендә) шиғри йыйынтыҡтары авторы. Ижадының төп темаһы — тыуған илгә һөйөү, тормош мәғәнәһе т­‑да фәлсәфәүи уйланыуҙар. Тәржемә өлкәһендә лә эшләй. И. әҫәрҙәре венгр, фин, сыуаш, эстон һ.б. телдәргә тәржемә ителгән. Марий Эл Респ. С.Чавайн ис. Дәүләт пр. (2007), Марий Эл Респ. әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге Олык Ипай ис. Дәүләт йәштәр пр. (1994), Эстонияның туғандаш халыҡтары программаһы әҙәби пр. (2012) лауреаты.

Әҙәб.: Манаева-Чеснокова С.П. Фольклорно-мифологические традиции в поэзии Валентины Изиляновой //Художественный мир современной марийской поэзии. Йошкар-Ола, 2004.

Тәрж. Л.Н.Абдрахманова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.