“ИҘЕҮКӘЙ МЕНӘН МОРАҘЫМ”, башҡ. фольклоры ҡомартҡыһы, эпос. Дөйөм төрки “Идиге” эпосына барып тоташа. Шиғри‑сәсмә формала йәшәп килә. Эпостың өҙөктәрен М.И.Өмөтбаев (1883), Х.Ғ.Ғәбитов (1923), Ғ.Ф.Вилданов (1927) һ.б. яҙып ала һәм баҫтыра, ш. уҡ А.Г.Бессонов, С.Ф.Миржанова яҙып алған әкиәт варианттары билдәле. Эпостың тулы тексын 1910 й. М.А.Буранғолов Һамар губ. Быҙаулыҡ өйәҙе Түбәнге Ильяс а. 1762 й. ҡулъяҙмала (һаҡланмаған) табып ала, башҡа мәғлүмәттәр б‑са, йыйылма тексты Буранғолов билдәле булған варианттарға таянып төҙөй; 1940 й. “Үктәбер” (№6—8; ҡара: “Ағиҙел”) ж. баҫыла. Эпостың 1928 й. Н.Иҫәнбәт Тамъян-Ҡатай кантоны Күсем (Әбйәлил р‑ны), Йылайыр кантоны Яйыҡбай, Төрөкмән (Баймаҡ р‑ны) аа. яҙып алған варианттары ул төҙөгән “Идегәй” татар дастанының нигеҙенә һалына. “И.м.М.” башҡ. халҡының татар‑монгол иҙеүенән ҡотолоу өсөн көрәше сағылдырыла. Был көрәш Алтын Урҙа хакимдарының үҙ‑ара низағын һүрәтләү ерлегендә бирелә. Эпос башҡ. ырыуҙарын берҙәм мөстәҡил дәүләткә туплау идеяһы м‑н һуғарылған. Төп герой Иҙеүкәй образында халыҡтың ғәҙел хаким т‑дағы хыялдары кәүҙәләндерелә. Эпоста Иҙеүкәй ҡурҡыу белмәҫ һәм ғәҙел башҡ. батыры итеп һүрәтләнә. Ул, үҙ ҡулы аҫтына ҡыпсаҡ, тамъян, ҡатай, табын, юрматы ырыуҙарын туплап, Уралды сит ил баҫҡынсларынан азат итеү өсөн көрәш алып бара. Иҙеүкәй һәләк булғандан һуң атаһының эшен Мораҙым дауам итә. Батырҙарҙы рухландырыусы булып Һабрау йырау тора. Эпоста башҡа реаль шәхестәр ҙә — Сатмыр хан (ҡара: Аҡһаҡ Тимер), Туҡтамыш бар. Йәш тамашасы театрында 1990 й. эпос мотивтары б‑са Буранғоловтың ш. уҡ исемле спектакле ҡуйыла (реж. Д.Әбсәләмова, сценографы Б.Я.Торик, комп. Р.Х.Сәхәүетдинова). Эпостың Башҡортостанда, Ырымбур өлк. яҙып алынған 15‑кә яҡын варианты Ғилми архивта һаҡлана. Ҡаҙаҡ, ҡарағалпаҡ, нуғай, татар, үзбәк һ.б. халыҡтарҙың фольклорында йәшәп килә.

Әҙәб.: Иҙеүкәй менән Мораҙым. Өфө, 1994; Башкирское народное творчество. Т.10. Исторический эпос. Уфа, 1999.

С.Ә.Галин

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018