ИҘРИС Ғабдулла [Иҙрисов Абдулла Ғәббәс улы; 1910, Ырымбур губ. Троицк өйәҙе Ураҙ а. (БР‑ҙың Учалы р‑ны) — 1952 й. декабре (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1953 й. октябре), шунда уҡ], драматург. Мәскәү тарих, философия һәм әҙәбиәт ин‑тында уҡыған (1935—38). Яҙыусылар союзы ағзаһы. 30‑сы йй. “Коммуна” (ҡара: “Кызыл таң”) гәз. эшләй. “Яҙ йыры”, “Өҙөлгән тамыр” пьесаларында коллективлаштырыу осоро ваҡиғалары һүрәтләнә, ауыл кешеләренең күп яҡлы образдары тыуҙырыла. Уның “Ҡыҙыл таңда ҡара шәүләләр”, “Бөркөтлөтау итәгендә” һ.б. пьесалары 30‑сы йй. Башҡорт драма театрында ҡуйыла. 1938 й. репрессиялана, 1948 й. иреккә сығарыла. 1957 й. аҡлана.

Әҫәрҙ.: Ҡаһарман Павлик. Өфө, 1935.

Ю.В.Ергин, Р.Х.Насиров

Тәрж. Л.Н.Абдрахманова

Текст на русском языке