ДӘҮЛӘТШИН Фәррәх Дәүләтша улы [31.1. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 12.2.) 1887, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Уртай а., хәҙ. БР‑ҙың Дүртөйлө р‑ны Иҫке Уртай а. — 12.1.1956, БАССР‑ҙың Бөрө р‑ны Яңы Байыш а.], шағир-импровизатор. БАССР‑ҙың халыҡ сәсәне (1944). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1939). 1912—16 йй. “Аҡ шишмә” ҡағыҙ ф‑каһында (Бөрө өйәҙе) эшләй һәм ундағы авария һөҙөмтәһендә һуҡырая. “Һүҙ табыусы һуҡыр Фәррәх әңгәмәләре” исемле тәүге китабы 1928 й. сыға. Д. ижады совет ысынбарлығын романтик ҡабул итеү м‑н һуғарылған. “Ишембай”, “Стаханов тураһында йыр”, “Ғәлиә ҡыҙ бәйете” һ.б. әҫәрҙәрендә Д. эшселәр һәм колхозсылар хеҙмәтен данлай. Д. шиғриәтендә бәйеттәр ҙур урын биләй: “Алты ялҡау бәйете”, “Ватан һуғышы бәйеттәре”, “Чкалов бәйете” һ.б. Йомаҡтар, башватҡыстар, таҡмаҡтар авторы. “Үткән ғүмерем”, “Минең Мәскәүгә барыуым” шиғырҙары автобиографик характерҙа. Д. әҫәрҙәренең бер өлөшө һәм уның С.Ә.Исмәғилев м‑н “Илде маҡтау” әйтеше, ш. уҡ унан яҙып алынған әкиәттәр “Башҡорт халыҡ ижады” йыйынтығына ингән. Д. әҫәрҙәре Ғилми архивта һаҡлана. “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1939). Д. исеме Дүртөйлө ҡ. урамға бирелгән.

Әҫәрҙ.: Орденлы халыҡ йырсыһы Фәррәх йырҙары һәм бәйеттәре. Өфө, 1939; Сәсәндең кәңәштәре. Өфө, 1947; Сәсән тауышы. Өфө, 1967.

Әҙәб.: Башҡорт сәсәндәре. Өфө, 1953; Галин С.Ә. Дәүләтшин Фәррәх //Башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады. Өфө, 2004.

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018