ИҘЕЛБАЕВ Мирас Хәмзә улы (9.12.1945, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Ишбирҙе а.), әҙәбиәт белгесе, яҙыусы. Филол. ф. д‑ры (2001), проф. (2014). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2009), БР‑ҙың атҡ. халыҡ мәғарифы хеҙм‑ре (1995). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1987). БДУ‑ны тамамлаған (1971). 1970 й. алып Сибай ҡ.: Башҡ‑н радиоһының Урал аръяғы зонаһы б‑са үҙ хәбәрсеһе, 1973 й. башлап ВЛКСМ‑дың ҡала ком‑тында бүлек мөдире. 1974 й. “Башҡортостан уҡытыусыһы” ж. эшләй, 1977 й. — ТТӘИ‑лә (1982 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р.), 1984 й. алып БДУ‑ла уҡыта. Фәнни хеҙмәттәре боронғо һәм урта быуат төрки әҙәбиәтен, башҡ. ауыҙ-тел әҙәбиәтен өйрәнеүгә, башҡ. әҙәбиәтен уҡытыу теорияһына һәм методикаһына арналған. “Башҡорт әҙәбиәте тарихы” (1990—1996) баҫмаһы авторҙарының береһе; башҡ. әҙәбиәте б‑са 500‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, уҡытыу-методик ҡулланма һәм дәреслек авторы. И. тарафынан  башҡ. телендә электрон дәреслектәр эшләнә. “Һынау” (1984), “Юлдаштар” (1989), “Ҡыҙыл ҡарҙар” (2001) йыйынтыҡтарына ингән хикәйәләрендә һәм повестарында әхлаҡи-этик проблемалар күтәрелә. “Юлай улы Салауат” (1994) тарихи-документаль повесы Салауат Юлаевтың тормошона һәм эшмәкәрлегенә арналған. “Иҙел йорто” романында (2013) 16 б. 1-се яртыһында  бөрйән, ҡарағай-ҡыпсаҡ, түңгәүер, үҫәргән ырыуҙары ерендә булып үткән хәл-ваҡиғалар һүрәтләнгән. БДУ‑ның “Шоңҡар” әҙәби берекмәһе етәксеһе (1984—2000). Р.Ғарипов ис. пр. лауреаты (2006). Салауат Юлаев орд. м‑н бүләкләнгән (2017).

   Хеҙм.: Башҡорт ауыҙ-тел әҙәбиәте. Өфө, 2007; Боронғонан аманат: баҡсылар, йырауҙар, сәсәндәр. Өфө, 2007.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018