АВИАТӨҘӨЛӨШ, машиналар эшләүҙең авиация өсөн техник ҡорамалдар етештереүсе тармағы. БР сәнәғәтенең иң үҫешкән тармаҡтарының береһе. А. үҫеше 20 б. 40‑сы йй. тура килә. Өфөгә Воронеж, Ленинград, Мәскәү, Ржев, Рыбинск һ.б. ҡалаларҙан эвакуацияланған авиация машиналары эшләү пр‑тиелары һәм КБ‑лары тармаҡҡа нигеҙ һала. 1941 й. 26‑сы Рыбинск авиамоторҙар з‑ды һәм 384‑се з‑д нигеҙендә 26‑сы Дәүләт союз з‑ды (ҡара: Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе) төҙөлә. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Пе бомбардировщиктары һәм Як истребителдәре өсөн авиация двигателдәре, авиация системалары агрегаттары, фильтрҙар етештерелә; 1942—45 йй. авиация двигателдәрен ремонтлау б‑са авиаремонт базаһы эшләй. 50‑се йй. тармаҡ составына приборҙар эшләү пр‑тиелары ҡушыла. 1956 й. авиация приборҙары, 1960 й. авионика, 1966 й. ярҙамсы энергия ҡулайламалары етештерелә башлай. 60‑сы йй. вертолёт, 70‑се йй. самолёт етештереү үҙләштерелә. А. төп пр‑тиелары: “Гидравлика”, Өфө агрегат производство берекмәһе, ӨМЭПБ, Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһе, Күмертау авиация производство предприятиеһы. А. өлкәһендәге ғилми эшмәкәрлек “Мотор” ҒПП‑нда, “Гидромеханика” КБ‑нда алып барыла. А. продукцияһын БР‑ҙың һәм РФ‑тың башҡа төбәктәренең ракета‑космик комплексы пр‑тиелары һ.б. файҙалана.

Х.С.Ғүмәров

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018