ИВАНОВ Мартиниан (Мартемьян) Иванович (1812—?), урыҫ тел белгесе. И. тормошо һәм эшмәкәрлеге т‑да мәғлүмәттәр аҙ һаҡланған. Уның Неплюев хәрби уч‑щеһын тамамлауы (1831; ҡара: Неплюев кадет корпусы) һәм шунда уҡ уҡытыуы, Архангел баҡыр иретеү заводында идарасы булыуы билдәле. “Татар грамматикаһы” нда (“Татарская грамматика”) Ырымбур башҡорттары теле миҫалында башҡорт теленең үҙенсәлектәрен: [һ], [ҙ], [ҫ] фонемалары, эйәлек килештә -дың/-дең, төшөм килештә -ды/-де аффикстары ҡулланылыуын һ.б. айырып күрһәтә. “Татар хрестоматияһы”н (“Татарская хрестоматия”; 2 бүлектә, 1842 й. баҫыла) төҙөй. Хрестоматияның тәүге өлөшөндә — башҡорттарҙың, татарҙарҙың, ҡаҙаҡтарҙың фольклор (йомаҡтар, йырҙар, мәҡәлдәр, риүәйәттәр, әйтемдәр, әкиәттәр һ.б.) һәм йәнле һөйләү телмәре өлгөләре, икенсеһендә төрки телендә көнсығыш әҙәбиәте әҫәрҙәренең өҙөктәре бирелгән. 1896 й. И. хрестоматияның һүҙлекле 2‑се баҫмаһын әҙерләй (баҫылмаған). “Татар хрестоматияһы” ның 1‑се баҫмаһының ҡулъяҙма нөсхәһе — Ғилми китапханала, 2‑се баҫмаһының ҡулъяҙмаһы С.‑Петербургта РФА‑ның Көнсығыш ҡулъяҙмалары ин‑тында һаҡлана.

И.Ғ.Ғәләүетдинов

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018