ИВАНОВ Константин Васильевич [15.5.1890, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Ыҫлаҡбаш а. (БР‑ҙың Бәләбәй р‑ны) — 13.3.1915, шунда уҡ], сыуаш шағиры. Сембер сыуаш уҡытыусылар мәктәбендә уҡый (1903—07), 1914 й. тиклем (өҙөклөктәр м‑н) шунда уҡ эшләй. “Ике ҡыҙ” (“Две дочери”) әкиәте, “Тимер талҡы” (“Железная мялка”) балладаһы, “Иблес ҡоло” (“Раб дьявола”; бөтәһе лә — сыуаш телендә) трагедияһы һ.б. авторы. И. поэзияһына темалар көнүҙәклеге, образлылыҡ һәм тел байлығы хас. “Нарспи” (1908, сыуаш телендә) поэмаһында хоҡуҡһыҙ сыуаш ҡатынының фажиғәле яҙмышы һүрәтләнә; әҫәрҙе Б.Бикбай, Р.Кәли башҡ. теленә тәржемә иткән. Тыуған ауылында Иванов К. йорт-музейы эшләй, һәйкәл бар. 1901—02 йй. И. уҡыған Миәкә р‑ны Кәкән-Васильевка а. элекке мәктәп бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. Сыуашстанда уның исемендәге премия булдырылған, һәйкәлдәр бар; Сыуаш драма театры, әҙәбиәт музейы, шағирҙың тыуған ауылында, Бәләбәй ҡ. һәм Сыуашстанда урамдар уның исемен йөрөтә.

С.Ғ.Сафуанов, И.Г.Тарасов

Тәрж. Р.Ә.Сиражетдинов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018