ИБРАҺИМОВ Ғәйнислам Дәүләтбай улы (7.4.1968, БАССР-ҙың Баймаҡ р-ны 2-се Этҡол  а.), тәржемәсе, тел белгесе. Филол. ф. канд. (2001). Яҙыусылар союзы ағзаһы (2005). БДУ-ны (1994), Анкара унтын (Төркиә, 1996) тамамлаған. 2000 й. алып БДУла эшләй (2008 й. башлап Көнсығышты өйрәнеү каф. мөдире). “Урал батыр” (1996), “Аҡбуҙат”, “Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу” (“Башҡорт халыҡ дастандары”, 2000), Салауат Юлаев (2004), Аҡмулла (2007) һ.б. шиғырҙарын; башҡ. фольклоры һәм башҡорт әҙәбиәте әҫәрҙәрен (“Төрки әҙәбиәте антологияһы. Башҡорт әҙәбиәте”, 29—30 т., 2004— 2005, бөтәһе лә — Анкара) төрөк теленә тәржемә иткән. Фәнни эшмәкәрлеге төрки телдәрҙең сағыштырма грамматикаһына, төрки халыҡтарҙың фольклорына арналған. 150нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Ш.Бабич ис. премия лауреаты (2003).

Хеҙм.: Башҡорт телендә исем ҡылымдар. Өфө, 2002; Baskurt Turkҫesi Grameri. Ankara, 1996.

М.В.Зәйнуллин

Тәрж. Р.Ә.Сиражетдинов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018