ҒИЗЗӘТУЛЛИНА Гөлсирә Мирза ҡыҙы (4.7.1957, Ҡаған ҡ.), яҙыусы, тәржемәсе. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (2009). Яҙыусылар союзы (1996), Журналистар союзы (2004) ағзаһы. БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1979) “Башҡортостан” гәз. хеҙм‑ре (1993 й. башлап бүлек мөдире), 1996 й. алып “Китап” нәшриәтенең сектор мөдире, 2002—03 йй., 2007 й. һәм 2011 й. “Башҡортостан ҡыҙы” ж. яуаплы секретары, 2003—07 йй. — “Ватандаш” ж. хеҙм‑ре. “Өмөтөмдө ҡалдыр...” исемле тәүге китабы 1993 й. сыға. Ғ. әҫәрҙәренә психологизм, ысынбарлыҡты фәлс. аңлау хас. “Күңел утрауы” (2003) повесының төп темаһы — кешенең тормошта үҙ урынын табырға ынтылыуы. “Тормош шау сәскәлә” (2007) китабына ингән “Һәҙиә” романында, повестар һәм хикәйәләрендә ҡатын-ҡыҙҙың ҡатмарлы яҙмышы, бай эске донъяһы күрһәтелә. Балалар өсөн “Юл япрағы менән тамсы” (1994) китабы авторы. Ғ. әҫәрҙәре урыҫ, төрөк телдәренә тәржемә ителгән. Ғ.  Э.Хемингуэй әҫәрҙәрен, “Башҡорт халыҡ сәнғәте” (“Башкирское народное искусство”; 2002) китабын, Тәүраттың “Йәшәйеш” исемле беренсе китабын (2010) һ.б. башҡ. теленә тәржемә иткән.

Әҫәрҙ.: Йөҙ ҙә бер ғүмерем: хикәйәләр, новеллалар, тарихи хикәйәт. Өфө, 1997; Йәннәт һулышы: повесть. Өфө, 2011; Йәшәргә ваҡыт: повестар, хикәйәләр һәм эсселар. Өфө, 2012. 

Г.Н.Гәрәева

М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика