ЗӨЛҠӘРНӘЕВ Ғәли Камал улы [20.3.1905, Пермь губ. Екатеринбург өйәҙе Һарыкүлмәк а. (Силәбе өлк. Ҡоншаҡ р‑ны) — 24.4.1982, Өфө], тәржемәсе. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1954). Башҡ‑н юғары а.х. мәктәбен (Өфө, 1934), ВКП(б) эргәһендәге Юғары пропагандистар мәктәбен (Мәскәү, 1937) тамамлаған. 1937 й. алып — ВКП(б)‑ның Өфө ҡала ком‑тында, 1938 й. башлап Башҡ‑н китап нәшриәтендә эшләй. 1939—65 йй. (өҙөклөк м‑н) “Совет Башҡортостаны” гәз. хеҙм‑ре (1940—44 йй. баш мөхәррире); 1946—48 йй. — “Үктәбер” ж. (ҡара: “Ағиҙел”) баш мөхәррире, бер үк ваҡытта 1946 й. тиклем БАССР-ҙың Яҙыусылар союзы идараһының яуаплы секретары. В.Ф.Панованың “Юлдаштар” (“Спутники”; тәрж. 1948), Н.А.Островскийҙың “Ҡорос нисек сыныҡты” (“Как закалялась сталь”; тәрж. 1949) һәм “Дауылда тыуғандар” (“Рождённые бурей”; тәрж. 1980) романдарын, Л.Н.Толстойҙың “Севастополь хикәйәләре” (“Севастопольские рассказы”; тәрж. 1950), И.С.Тургеневтың “Һунарсы яҙмалары” (“Записки охотника”; тәрж. 1952) һ.б. әҫәрҙәрен башҡ. теленә тәржемә иткән. “Совет Башҡортостаны яҙыусылары” (“Писатели Советской Башкирии”; 1955) ҡыҫҡаса биобиблиографик белешмәһе авторы. “25 йыл эсендә башҡорт матбуғаты” (1944) монографияһы, ш. уҡ 50‑нән ашыу әҙәби тәнҡит мәҡәләһе авторы.

З.А.Әлибаев

Тәрж. Р.Ә.Сиражетдинов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика