ЗЛОБИН Степан Павлович (11.11.1903, Мәскәү — 15.9.1965, шунда уҡ), яҙыусы. “Буян утрауы” (“Остров Буян”; 1948), “Степан Разин” (1951) тарихи романдары, “Хәбәрһеҙ юғалғандар” (“Пропавшие без вести”; 1962) автобиографик романы һ.б. әҫәрҙәр авторы. З. әҫәрҙәренең төп образдары — героик шәхестәр, халыҡтың иң аҫыл вәкилдәре, азатлыҡ өсөн көрәшеүселәр. 1924— 27 йй. З. Өфөлә һөргөндә була: мәктәптәрҙә уҡыта, БАССР Дәүләт планында статист булып эшләй. 1946—47 йй. яңынан Өфөлә була. 1924 й. Салауат Юлаев т‑да поэма яҙа башлай, әммә һуңынан тәүге ниәтенән кире ҡайтып, проза жанрында туҡтала. 1929 й. “Салауат Юлаев” (“Салават Юлаев”, 1941, яңы редакциялары 1953 һәм 1962; башҡортса 1957) повесы баҫылып сыға, һуңынан ул ш. уҡ исемле романға үҙгәртелә. Башҡорттарҙың тарихын, телен, фольклорын, этнографияһын өйрәнеү, улар м‑н аралашыу яҙыусыға һүрәтләнгән дәүерҙең һулышын тойорға, милли колоритты бирергә, Крәҫтиәндәр һуғышының (1773—75) асылын күрһәтергә булышлыҡ итә. Роман совет әҙәбиәтендә башҡ. халҡының милли батырының тормошон, хәрби юлын иң тулы һәм дөрөҫ һүрәтләгән тәүге әҫәр була. 1941 й. З. китабы б‑са ш. уҡ исемле нәфис фильм төшөрөлә (реж. Я.А.Протазанов, “Союз-детфильм” к/ст). “Юлдар” [“Дороги”; нәшер ителмәй, айырым фрагменттары 1927 й. “Башҡорт төбәге” (“Башкирский край”) хрестоматияһында баҫылып сыға] повесы Уралда революцияға тиклемге осор һәм Граждандар һуғышы тураһында. “Өҙәрем юл буйлап” (“По обрывистому пути”; 1967) романының төп геройы прототибы Өфө революционеры Г.М.Мишенёв була; романда 20 б. башындағы провинциаль Өфөнөң, ярым патриархаль башҡ. ауылдарының көндәлек тормошо бөтә тулылығында тергеҙелә. Ҙур совет энциклопедияһының 1‑се баҫмаһы өсөн “Башҡорт АССР‑ы” мәҡ. (1926; А.А.Кийков м‑н берлектә), “Башҡортостан буйлап” (“По Башкирии”; 1928) әҙәби-этнографик юлъяҙмалар авторы. Салауат Юлаевтың 8 шиғырын урыҫ теленә тәржемә иткән. Сталин пр. лауреаты (1952). Өфөлә урамға З. исеме бирелгән. 1996 й. БР Яҙыусылар союзының урыҫ телле яҙыусылары тарафынан уның исемендәге премия булдырыла.

Әҫәрҙ.: Салават: ист. рассказ. Уфа, 1997.

Әҙәб.: Рахимкулов М.Г. Любовь моя Башкирия. Уфа, 1985.

М.Ғәхимҡолов

Тәрж. Р.Ә.Сиражетдинов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика