ЗИМИНА Нина Николаевна (11.9.1942, Белорет ҡ. — 24.6.2014, шунда уҡ), яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1996). Магнитогорск пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1966) 1976 й. тиклем Белорет ҡ. мәктәптәрендә уҡыта. “Йәйғор” (“Радуга”) исемле тәүге китабы 1984 й. сыға. “Мөхәббәт менән йәшәйем” (“Живу любовью”; 1991), “Ете ел солғанышында” (“На семи ветрах”; 1998), “Киске ҡояш” (“Солнышко под вечер”; 2000) һ.б. шиғри йыйынтыҡтарының төп темаһы – тыуған ергә мөхәббәт, тормош мәғәнәһе т‑да фәлсәфәүи уйланыуҙар. “Саф күк йөҙө” (“Чистые небеса”; 2005) китабына ингән повестары һәм хикәйәләре Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғаларына арналған. “Йәшкелт зәңгәр яҡтылыҡтағы этюд” (“Этюд в бирюзовом свете”; 2003) китабы автобиографик характерҙа.

Әҫәрҙ: Последний листок на тоненькой ветке: рассказы. Уфа, 1993; Белая птица счастья: повести и рассказы. Уфа, 2006.

Тәрж. Л.Н.Абдрахманова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика