ЗАРИПОВ Ғәбиҙулла Ғиндулла улы (6.11.1961, БАССР-ҙың Салауат р‑ны Тирмән а. — 26.1.2001, шунда уҡ), шағир. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1999). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1987) 1992 й. тиклем “Йәншишмә” гәз. эшләй (1990 й. алып баш мөхәррир урынбаҫары). З. шиғриәтенә патриотлыҡ, башҡ. фольклоры м‑н тәрән бәйләнеш, йәнле тасуирлау хас. “Бәрҙе балаһы” (2001) исемле балалар өсөн китабының төп темаһы — яҡшылыҡ һәм яуызлыҡтың мәңгелек көрәше, кешеләрҙең үҙ‑ара мөнәсәбәте. З. “Төнгө йәшен” һәм “Йән йылыһы” шиғри циклдары “Шарлама” (1993), “Егет һүҙе” (1997) коллектив йыйынтыҡтарына ингән. З. исеме тыуған ауылындағы урамға бирелгән. Уның исемендәге премия булдырылған.

Әҫәрҙ.: Аҡбатыр: шиғырҙар, ҡобайырҙар. Өфө, 1996; Шиғырҙарым — күңел шәжәрәһе. Өфө, 2007.

Г.М.Ҡотоева

Тәрж. Л.Н.Абдрахманова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика