АВИАМОДЕЛЬ СПОРТЫ, осоусы моделдәр (ирекле осоусы, кордалы, радио м‑н идара ителеүсе) төҙөү, әҙерләү, уларҙың осоу тиҙлеген, ваҡытын, алыҫлығын, юғары пилотаж фигуралары үтәүен һынау б‑са спорт ярыштары. Башҡортостанда А.с. 20 б. 20‑се йй. башынан үҫешә. 1926 й. Өфөлә Башавиахим аэроклубы (ҡара: Рәсәй спорт-техник оборона ойошмаһы) ҡарамағында тәүге авиамоделселәр курстары асыла.20‑се йй. аҙ. авиамоделселәр түңәрәктәре респ. күп мәктәптәрендә булдырыла башлай. 1930 й. Башосоавиахим эргәһендә Үҙәк авиамодель лаб., 1933 й. Балалар техник станцияһы эргәһендә авиамодель лаб., 1934 й. Өфө аэроклубында (ҡара: Рәсәй ДОСААФ-ының авиация спорт клубы) авиамоделселәр секцияһы ойошторола. 1940 й. ҡарата респ. 200‑ҙән ашыу А.с. түңәрәге эшләй, уларҙа 4,5 меңгә яҡын кеше шөғөлләнә. 1925 й. Өфөлә авиамоделселәрҙең тәүге ярыштары үткәрелә, ш. уҡ йылда В.Г.Романовтың ирекле осоусы самолёт моделе осоу тиҙлеге б‑са респ. рекордын ҡуя — 12 м бейеклектә 17 с эсендә 96 м. 1927 й. А.с. б‑са Бөтә Союз ярыштарында Башҡортостан спортсыһы В.И.Ҡарабаевтың моделе осоу ваҡыты б‑са 1‑се урын ала, 1928 й. 3‑сө Бөтә Башҡ‑н авиамоделселәр слётында П.Левченконың моделе осоу алыҫлығы (28 мин 29 с эсендә 5300 м) б‑са донъя рекорды ҡуя. 1931 й. БАССР командаһы 2‑се Бөтә Союз йәш авиатөҙөүселәр слётында 1‑се урын ала. 1935 й. Башҡортостан авиамоделсеһе В.Е.Бойковтың фюзеляж моделе осоу тиҙлеге (9 мин 48 с эсендә 1510 м) б‑са, 1938 й. ш.уҡ уның бензин двигателле моделе осоу ваҡыты (1 сәғәт 26 мин 6 с) б‑са донъя рекорды ҡуя. 1936 й. ирекле осоусы моделдәр ярыштарында Өфө аэроклубы авиамоделселәре тарафынан 7 донъя һәм 9 бөтә Союз рекорды ҡуйыла. 1940 й. ошо клуб ағзаһы Л.Чемынцевтың механик двигателле гидросамолёт моделе донъя рекорды ҡуя. Модель яһау техникаһын даими камиллаштырып тороу Башҡортостан спортсыларына сәғәтенә 100 км тиклем осоу тиҙлеге, бер нисә сәғәткә еткән осоу ваҡыты һәм старт урынынан йөҙәрләгән км еткән осоу алыҫлығы м‑н моделдәр төҙөргә булышлыҡ итә.

Бөйөк Ватан һуғышынан һуң кордалы авиамоделизм таралыу таба. 50‑се йй. аҙ. Пионерҙар һарайы ҡарамағында авиамоделселәр түңәрәге асыла. 1961—91 йй. Өфөлә Трестың21 йәш техниктар клубы базаһында респ. 1‑се кордодром эшләй. 1978 й. Өфөлә А.с. б‑са СССР чемпионаты үткәрелә, 1998—2002 йй. — Рәсәй Кубогы этаптары. Г.А.Комаров респ. авиамоделселәренән тәүге СССР‑ҙың спорт мастеры була (1962). 1980 й. үҫмерҙәр араһында кордалы ярыш б‑са СССР чемпионатында еңеүҙе Өфө авиамоделсеһе Р.Н.Ғәлимов, 2002 й. резина моторлы моделдәр ярыштарында Донъя кубогын “Башнефть” командаһынан А.А.Шибалков яулай. Донъя кубогы этабы еңеүселәре: С.А.Рыль (2005), О.В.Кох, Н.М.Мәзитов, Т.Р.Сәмиғуллин (бөтәһе лә — 2007). 2009 й. уҡыусылар араһында Рәсәй беренселегенең һауа һуғышы моделдәре класында М.В.Манайчев һәм М.С.Шәйбәков еңеүсе була. Респ. 15-тән ашыу А.с. секцияһы бар, уларҙа 300‑гә яҡын кеше шөғөлләнә (2010). 1992 й. алып респ. Рәсәй А.с. федерацияһының (1998 й. тиклем — БР А.с. федерацияһы) төбәк бүлексәһе эшләй. А.с. м‑н тренерҙар К.Н.Игнатьев, Ю.Г.Прейс, А.В.Семёнов, Л.В.Тараканов, А.А.Шәймәрҙәнов, А.У.Әмиров һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Л.В.Тараканов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке