ГОГОЛЬ Николай Васильевич (20.3.1809, Полтава губ. Оло Сорочинцы а. — 21.2.1852, Мәскәү), урыҫ яҙыусыһы. “Диканька эргәһендәге утарҙа кистәр” (“Вечера на хуторе близ Диканьки”; 1831—1832), “Танау” (“Нос”; 1835), “Шинель” (1842) повестары, “Үле йәндәр” (“Мёртвые души”; 1842—1855) поэма-романы, “Ревизор” (1836), “Өйләнеү” (“Женитьба”; 1842) комедиялары һ.б. авторы. Г. ижады урыҫ классик реализмының нығыныуына йоғонто яһай. Яҙыусының әҫәрҙәрен башҡ. теленә З.А.Биишева, Х.Мохтар, К.Мәргән, Ғ.Хәйри һ.б. тәржемә иткән. БР театрҙарында Г. пьесалары б‑са “Ревизор”, “Өйләнеү” (“Женитьба”), “Ах, Невский!..”, “Бейек үксәле ситек” (“Черевички”) спектаклдәре ҡуйыла. Өфөләге һәм БР‑ҙың башҡа ҡалаларындағы урамдарға Г. исеме бирелгән.

Әҫәрҙ.: Сорочин йәрминкәһе. Өфө, 1948; Тарас Бульба: Повесть. Өфө, 1951; Үлек йәндәр: Поэма. Өфө, 1967.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика