ЖЕРЕБЦОВ Владимир Валерьевич (9.10.1968, Стәрлетамаҡ ҡ.), драматург. Журналистар союзы (1996), Яҙыусылар союзы (2009) ағзаһы. С.Петербург электротехник ун‑тын тамамлағандан һуң (1993) “Стерлитамакский рабочий” гәз. эшләй. Ж. ижадына дәүерҙең әхлаҡи һәм ижт. проблемаларын тәрән төшөнөү хас. “Был ҡала миңә йоҡларға бирмәй” (“Этот город не даёт мне уснуть”; 1995), “Нәҫел” (“Потомок”; 2003), “Үбеү” (“Поцелуй”; 2004), “Һәйкәл” (“Памятник”; 2010) һ.б. пьесалар авторы. Ж. әҫәрҙәре б‑са Башҡорт драма театрында, Милли Йәштәр театрында, Сибай башҡорт драма театрында, Стәрлетамаҡ урыҫ драма театрында, Урыҫ драма театрында һ.б., ш. уҡ РФ, Украина, АҠШ театрҙарында спектаклдәр ҡуйылған.

Әҫәрҙ.: Театр одного зрителя //Современная драматургия. 2004. №2; Полёты воздушного змея //Шунда уҡ. 2008. №3. 

Тәрж. Л.Н.Абдрахманова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.