ЕРОШИН Анатолий Емельянович (11.8.1917, Өфө – 28.7.1970, шунда уҡ), яҙыусы. Журналистар союзы (1962), Яҙыусылар союзы (1969) ағзаһы. 1939—40 йй. совет-финлянд һуғышында һәм Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ф.Э.Дзержинский ис. Артиллерия акад. тамамлағандан һуң (Мәскәү, 1948) шунда уҡ эшләй. 1954 й. алып Хәрби артиллерия командирҙар акад. (Ленинград) халыҡ демократияһы илдәре ф‑тының нач. урынбаҫары, 1957—60 йй. Ленинград һәм Өфөнөң киң мәғлүмәт сараларында эшләй. “Икенсе тыуыу” (“Второе рождение”) исемле тәүге китабы 1963 й. сыға. Ғ.Ф.Ҡадиров, Б.А.Самородов, И.А.Плеханов һ.б. билдәле спортсыларға арналған очерктар китаптары авторы. Разведчиктарҙың Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы ҡаһарманлыҡтары т‑дағы “Ул утлы июль көндәрендә” (“В тот огневой июль...”, 1970) хикәйәләр һәм повестар йыйынтығы автобиографик характерҙа. 5 томлыҡ “Башҡортостандың данлы улдары” (1965—1985; “Славные сыны Башкирии”) белешмәһен әҙерләүҙә ҡатнаша. Ҡыҙыл Байраҡ (1943, 1956), 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1943), Ҡыҙыл Йондоҙ (1940, 1951) орд. м‑н бүләкләнгән.

Әҫәрҙ: Крутые виражи: очерки. Уфа, 1965; Слава солдатская: очерки о полных кавалерах ордена Славы. Уфа, 1967; Не ради славы. М., 1969.

Тәрж. Л.Н.Абдрахманова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика