ЕРИЛИН Михаил Васильевич (16.11.1945, Өфө), шағир. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1996). 1968—99 йй. “Башкирэнерго” ААЙ‑нда эшләй. “Дуҫыма хат” (“Письмо к другу”) исемле тәүге китабы 1977 й. сыға. Е. ижады үҙенсәлекле тасуирлау һәм ассоциативлыҡ м‑н айырылып тора. “Башҡортостан...” (“Башкортостан...”), “Димдең нимәһен үҙгәртергә...” (“Что Дёме изменить...”), “Дим” (“Дёмское”) һ.б. шиғырҙары тыуған яҡҡа арналған. “Иртәнге шиғыр юлдары” (“Утренние строки”; 1984), “Ваҡ-төйәк мөлкәт” (“Пожитки”; 1990), “Аритмия” (1996) һ.б. шиғри йыйынтыҡтар авторы. Т.Йәнәби, Ж.Ғ.Кейекбаев, Р.Тойғон, Д.Юлтый, Г.Юнысова һ.б. әҫәрҙәрен урыҫ теленә тәржемә иткән. С.Злобин ис. пр. лауреаты (2010).

Әҫәрҙ.: Сломать уключину на Дёме...: Стихи и поэмы. Уфа, 2005; Погодки. Уфа, 2006.

Әҙәб.: Башкирия в русской литературе. Т.6. Уфа, 2004.

Тәрж. Л.Н.Абдрахманова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика