ДУДИН Михаил Александрович (7.11.1916, Кострома губ., Нерехта өйәҙе Клевнево а. — 31.12.1993, С.-Петербург), шағир, тәржемәсе. Соц. Хеҙмәт Геройы (1976). “Фляга” (1943), “Гвардия юлы” (“Дорога гвардии”; 1944), “Ҡауҙы өсөн ағас” (“Дерево для аиста”; 1980), “Егерменсе быуат тамамлана” (“Заканчивается двадцатый век”; 1989), “Гонаһлы рифмалар” (“Грешные рифмы”; 1992), “Аллаға табан ҡан юлы менән” (“Дорогой крови по дороге к Богу”; 1995) һ.б. шиғри йыйынтыҡтар авторы. “Салауат далаларында” (“В степях Салавата”; 1949) йыйынтығына Д. Башҡортостанға бағышланған шиғырҙары һәм ул урыҫ теленә тәржемә иткән Ҡ.Даян, М.Кәрим, С.Кулибай, Р.Ниғмәти һ.б. әҫ. ингән. “Ҡан менән раҫланған” (“Подтверждено кровью”; 1981) эссеһы М.Кәримгә арналған. СССР-ҙың Дәүләт пр. (1981), М.Горький ис. РСФСР‑ҙың Дәүләт пр. лауреаты (1972).

Әҙәб.: Лавров В. Михаил Дудин. Л., 1988.

Г.Х.Абдрафиҡова

Тәрж. Л.Н.Абдрахманова

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018