ДЕНИСОВ Владимир Владимирович (10.4.1953, Свердловск ҡ.), шағир. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1988). М.Горький ис. Әҙәбиәт ин‑тын тамамлаған (Мәскәү, 1987). 1994 й. алып Өфөлә йәшәй һәм эшләй. 1997—99 йй. һәм 2011—13 йй. “Истоки” гәз. баш мөхәррир урынбаҫары, 1999—2010 йй. “Нефть Башкортостана” гәз. мөхәррире. “Аҡ аҡлан” (“Белая поляна”) исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1984 й. сыға. Д. ижады тема, жанр, тасуири һүрәтләү саралары төрлөлөгө м‑н айырылып тора. “Ғүмер сиктәрендә” (“В пределах жизни”, 1988), “Бер ҡарыш ер” (“Земная пядь”, 2001) шиғри йыйынтыҡтарында тыуған яҡтың матурлығын данлай, илдәге ваҡиғалар һәм кеше яҙмыштары т‑да уйлана. Р.Т.Бикбаев, Т.Ғәниева, И.Л.Кинйәбулатов, Р.Тойғон, Г.Юнысова һ.б. әҫәрҙәрен урыҫ теленә тәржемә иткән. БР Яҙыусылар союзының урыҫ һәм урыҫ телле яҙыусылар берекмәһе рәйесе (2008—11). Ф.Кәрим ис. (2004), С.Злобин ис. (2008) пр. лауреаты.

Әҫәрҙ.: Это жизнь: стихи, переводы. Уфа, 2003; Не повторятся наши лица...: стихи, поэма, переводы. Уфа, 2008; Времена непохожие: стихи, поэма. Уфа, 2013.

Әҙәб.: Башкирия в русской литературе. Т.6. Уфа, 2004.

Ғ.Ғ.Шафиҡов

Тәрж. Л.Н.Абдрахманова

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018