ДЕЙЕҮ, башҡ. мифологияһында яуыз йән эйәһе, күп башлы ғифрит. Иран мифологияһындағы дейеү образына барып тоташа. “Урал батыр”, “Аҡбуҙат”, “Заятүләк менән Һыуһылыу” эпостары, “Киҫекбаш китабы” дастаны, әкиәттәр (“Ҡыҙ, егет, дейеү”, “Ҡарт менән дейеү”, “Һаламбай” һ.б.) һ.б. персонажы. Ир‑ат, һирәгерәк ҡатын‑ҡыҙ енесендә була. Д. батшалығы Ҡаф тауы артында, күктә, ер йәки һыу аҫтында урынлашҡан (ҡара: Әзрәҡә). Күп осраҡта һанһыҙ байлыҡҡа эйә. Дауылға, әбейгә, энәгә һ.б. әйләнә ала. Кешеләрҙе ашай йәки әсирҙә тота, мал‑тыуарҙы алып китә, ҡыҙҙарҙы урлап, уларға өйләнә. Д. 3, 6, 9 йәки 12 башлы була, көсө баш һанына бәйле. Д. бары тик батыр ғына, уның баштарын сабып өҙөп, үлтерә ала. Д. йәне тәненән айырым булыуы мөмкин, мәҫ., бейә эсендәге һандыҡҡа йәшерелгән күгәрсендә. Д. хас сифаттар аждаһа, бәрей, шүрәле, ялмауыҙҙа бар. Күп халыҡтарҙың мифологияһында осрай.

Әҙәб.: Галин С. Тел асҡысы халыҡта: башҡорт фольклорының аңлатмалы һүҙлеге. Өфө, 1999; Сулейманов А.М. Башкирские народные бытовые сказки: сюжетный репертуар и поэтика. М., 1994.

Р.Ә.Солтангәрәева

Тәрж. Л.Н.Абдрахманова

Текст на русском языке