АВЗАЛОВ Рузил Хәкимйән улы (1.1.1957, БАССР‑ҙың Илеш р‑ны Теләкәй а.), зооинженер. Биол. ф. д‑ры (2004), проф. (2006). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2008). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1983) шунда уҡ эшләй (өҙөклөк м‑н): 1993 й. алып уҡытыусы, 1995—2004 йй. һәм 2010 й. алып уҡыу‑уҡытыу эштәре б‑са проректор, 2004—10 йй. инновацион эш б-са проректор. Фәнни эшмәкәрлеге а.х. малдарының йәшәү урынына күнегеү биоритмдарын һәм механизмдарын өйрәнеүгә арналған. 80‑дән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 2 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Низкочастотные биоритмы у сельскохозяйственных птиц. Уфа, 2004 (авторҙ.).

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018