ДАЯН (Даянов) Ҡадир Хәким улы [14.2.1910, Пермь губ. Шадринск өйәҙе Ҡоншаҡ а. (Силәбе өлк. Ҡоншаҡ р‑ны) – 19.10.1975, Өфө], яҙыусы. БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1969). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1938). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1933) Стәрлетамаҡ башҡ. пед. уч‑щеһында уҡыта. 1936—41 йй. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тында башҡ. теле һәм әҙәбиәте каф. мөдире. 1952—53 йй. Башҡ‑н дәүләт нәшриәте хеҙм‑ре, БАССР Яҙыусылар союзы идаралығының әҙәби консультанты. “Рәшиҙә” исемле тәүге китабы 1934 й. сыға. “Ағиҙел ярында” (1938), “Таң алдынан” (1969) поэмаларында Д. соц. төҙөлөштө данлай, совет кешеһе формалашыу процесын күрһәтә. Балалар өсөн әкиәттәр һәм хикәйәләр авторы. Д. “Таңсулпан” пьесаһы Салауат башҡорт драма театрында һәм Урыҫ драма театрында ҡуйылған. Д. шиғырҙарына комп. М.М.Вәлиев, З.Ғ.Исмәғилев, Р.В.Сәлмәнов, Х.Ф.Әхмәтов һ.б. йырҙар ижад иткән. Д. башҡ. теленең стилистикаһы һәм грамматикаһы б‑са хеҙмәттәр яҙа. Ҡыҙыл Байраҡ (1945), “Почёт Билдәһе” (1945, 1955) орд. м‑н бүләкләнгән. Өфөлә Д. йәшәгән йорттарға мемориаль таҡтаташтар ҡуйылған. Силәбе өлк. Ҡоншаҡ р‑ны администрацияһы уның исемендәге премия булдырған, үҙәк район китапханаһына Д. исеме бирелгән.

Әҫәрҙ.: Һайланма әҫәрҙәр. Өфө, 1960; Яҡты юл: шиғырҙар, йырҙар, поэмалар, әкиәттәр һәм драма. Өфө, 1980; Избранные произведения. Уфа, 1970.

Әҙәб.: Хөсәйенов Ғ.Б. Шағирҙәр. Өфө, 1981.

Р.З.Шәкүров

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018