ДӘҮЛӘТШИНА Һәҙиә Лотфулла ҡыҙы [21.2.1905, Һамар губ. Николаевск өйәҙе Хәсән а. (Һамар өлк. Оло Чернигов р‑ны) — 5.12.1954, Бөрө ҡ.], яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1935). Редакция-нәшриәт ин‑тында (Мәскәү, 1932), К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тында (1935—37) уҡыған. 1920 й. Һамар губ. Диңгеҙбай а. уҡытыусы, 1926—27 йй. Ш.Хоҙайбирҙин ис. 1‑се башҡ. мәктәпкәсә балалар йортоноң педагог-тәрбиәсеһе (Өфө), 1933—35 йй. Баймаҡ р‑ны “Йылайыр” с‑зының “Иген фабрикаһы” гәз. әҙәби хеҙм‑ре. 1926 й. “Башҡортостан йәштәре” гәз. Д. “Һылыуҡай — пионерка” исемле тәүге хикәйәһе баҫыла. Теленең һығылмалылығы һәм үҙенсәлеклелеге, психологик һүрәттең теүәллеге, фольклорлылыҡ һәм этнографизм — яҙыусы ижадын билдәләүсе һыҙаттар. Д. әҫәрҙәренең геройҙары — алдынғы ҡарашлы кешеләр, тормошто яҡшы яҡҡа үҙгәртеү өсөн көрәшселәр. “Айбикә” (1930) повесында һәм “Һырға һабағы” (1935) хикәйәһендә яңы соц.-сәйәси шарттарҙа башҡ. ҡатын-ҡыҙының психологияһы үҙгәреүе күрһәтелә. “Башаҡтар тулҡыны” (1932) хикәйәһе нигеҙендә — коллективлаштырыуға бәйле хәл-ваҡиғалар. 30‑сы йй. Д. “Ырғыҙ” (1957) романы нигеҙенә ятҡан “Ялҡынлы йылдар” повесы [1932 й. “Үктәбер” ж. (ҡара: “Ағиҙел”) “Партизан” исеме аҫтында повестан өҙөк баҫыла] өҫтөндә эшләй. Әҫәрҙә 20 б. башы ваҡиғалары фонында башҡ. ауылы тормошо һүрәтләнә. Күтәрелгән әхлаҡи-фәлсәфәүи проблемаларҙың киңлеге, характерҙар масштаблылығы һәм тел байлығы романдың жанр-стиль үҙенсәлеген билдәләй, ул башҡорт әҙәбиәтендә әһәмиәтле ваҡиға була һәм 60—80 йй. башҡ. романистикаһы үҫешенә һиҙелерлек йоғонто яһай. Роман б‑са Салауат башҡорт драма театрында — ш. уҡ исемдәге спектакль, Опера һәм балет театрында “Дауыл” операһы ҡуйыла. Д. әҫәрҙәре белорус, ҡаҙаҡ, татар һ.б. телдәргә тәржемә ителгән. Башҡ‑н совет яҙыусыларының 1‑се съезы (Өфө, 1934), 1‑се Бөтә Союз совет яҙыусылары съезы (Мәскәү, 1934) делегаты. БАССР‑ҙың Салауат Юлаев ис. пр. лауреаты (1967). 1937 й. репрессиялана (1942 й. тиклем тотҡонда була). 1956 й. аҡлана. Бөрө социаль-педагогия академияһында Д. музейы эшләй, уҡыу йорто терр‑яһында уға һәйкәл ҡуйылған, Д. исеме м‑н Өфөлә — бульвар, Бөрө ҡ. һәм Баймаҡ р‑ны Йылайыр с‑зының Үҙәк усадьбаһында урамдар аталған, ш. уҡ ауылда Д. һәм уның ире Ғ.Д.Дәүләтшин йәшәгән йорт урынында төҙөлгән бинаға — мемориаль таҡтаташ, Сибайҙа һәйкәл ҡуйылған. Уның ис. премиялар булдырылған. 

Әҫәрҙ.: Хикәйәләр шәлкеме. Өфө, 1935; Һайланма әҫәрҙәр. Өфө, 2005.

Әҙәб.: Минһажетдинов М.Х. Һәҙиә Дәүләтшина. Тормошо һәм ижады. Өфө, 1966; Шәкүр Р. Һәҙиә Дәүләтшина //Арҙаҡлы башҡорттар. Өфө, 1998; Шафиҡов Г.Г. Виновной себя не признала //Крючья под ребро. Уфа, 1993.

Ә.Х.Вилданов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке