ГРАХОВ Николай Леонидович (26.11.1946, Өфө), шағир. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1992). БДУ-ны тамамлағандан һуң (1985) “Китап” нәшриәте хеҙм‑ре, 2003 й. алып “Бельские просторы” ж. бүлек мөдире. “Мин бында йәшәйем” (“Я просто здесь живу”) исемле тәүге китабы 1985 й. сыға. Г. әҫ. оптимизм, еңелсә юмор хас. Балалар өсөн яҙылған “Зелёный патруль — Йәшел патруль” (1987), “Бәләкәй ярҙамсылар”(“Маленькие помощники”; 1989) һ.б. шиғри йыйынтыҡтары яҡшылыҡ һәм ғәҙеллектең фиҙакәр еңеүенә ышаныс м‑н һуғарылған. “Иҫке өй” (“Старый дом”; 1996) китабына шағирҙың лирик шиғырҙары һәм йырҙары ингән. Үҙенең шиғырҙарына яҙылған 200-гә яҡын йыр авторы: “Уңышһыҙлыҡ осоро” (“Полоса неудач”), “Утын ярғандағы уйланыуҙар” (“Размышления за колкой дров”) һ.б. С.Әлибай, Г.Ғ.Ғәлиева, А.Игебаев, Н.Нәжми, Д.А.Талхина шиғырҙарын; “Балалар баҡсаһында музыка — Музыка в детском саду” (4 томда, 1995—2000 йй.) китабына ингән йыр текстарын һ.б. урыҫ теленә тәржемә иткән. Өфө (1975—79), Ҡазан (1976, 1978), Чебоксар (1977—78, 1981), Баҡы (1979), Алма-Ата, Ленинград, Рига (бөтәһе лә — 1980) ҡҡ. үткәрелгән автор йыры фестивалдәре лауреаты. Ф.Кәрим (2006), А.Н.Толстой (2006), С.П.Злобин (2011) ис. пр. лауреаты.

Әҫәрҙ.: Жили-были в сказке... Уфа, 1994; Лошадь Матильда и другие истории: стихи и сказки для детей. Уфа, 2004; Осенние настроения: стихи. Уфа, 2009.

Әҙәб.: Башкирия в русской литературе. Т. 6. Уфа, 2004; М; Китап: родословная духовности: 90 лет издательству "Китап" им. З.Биишевой. Уфа, 2009.

М.Ф.Ғәйнуллин

Тәрж. Л.Н.Абдрахманова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика