ҒИЗЗӘТУЛЛИН Искәндәр Ғәлиәскәр улы (9.11.1922, ТАССР-ҙың Татар Саралар а.—1976 ғинуары, Мәскәү), тәржемәсе. М.Горький ис. Әҙәбиәт ин‑тын тамамлаған (Мәскәү, 1962). 1942—50 йй. БАДТ-ның әҙәбиәт бүлеге мөдире. А.М.Таһировтың “Ҡыҙыл гвардеецтар” (“Красногвардейцы”) һәм “Ҡыҙыл армеецтар” (“Красноармейцы”; тәрж. икеһе лә — 1961), З.А.Биишеваның “Кәмһетелгәндәр” (“Униженные”; тәрж. 1965), И.Ә.Абдуллиндың “Хуш, Рим” (“Прощай, Рим”; тәрж. 1971) романдарын, С.Агиштың “Яҡташтар” (“Земляки”; тәрж. 1966) повесын, К.Мәргәндең хикәйәләрен һ.б.  урыҫ теленә тәржемә итә. Ғ. тәржемәһендә  Урыҫ драма театрында Б.Бикбайҙың “Салауат” драмаһы  урыҫ телендә, Башҡорт драма театрында А.Н.Островскийҙың “Бальзаминовтың өйләнеүе” (“Женитьба Бальзаминова”) башҡ. телендә ҡуйыла. 1950 й. репрессиялана, 1956 й. аҡлана.

Р.Х.Тимерғәлина

Тәрж. Л.Н.Абдрахманова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика