ГЕРАСИМОВ Владимир Иванович [24.1.1925, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Асҡын а. (БР‑ҙың Асҡын р‑ны) — 31.5.2010, Екатеринбург ҡ.], шағир. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. М.Горький ис. Әҙәбиәт ин‑тын (Мәскәү, 1959) тамамлағандан һуң 1980 й. тиклем Мәскәүҙә эшләй: РСФСР Журналистар союзының ижад секциялары мөдире, СССР Оборона министрлығының Хәрби нәшриәте һәм “Пограничник” (“Сик һаҡсыһы”) ж. мөхәррире, РСФСР МС эргәһендәге Матбуғат б-са дәүләт ком‑ты рәйесе ярҙамсыһы, СССР МС эргәһендәге Радиотапшырыуҙар һәм телевидение б-са дәүләт ком‑тының муз. программалар бүлеге мөдире. “Өлгөрөп еткән көн сыңында” (“В звоне зрелого дня”; 1989), “Быуаттар буйына данланған” (“Веками воспетая”; 1997), “Рәсәйҙең үлемһеҙ шаңдауы” (“Бессмертное эхо России”; 1998) һ.б. шиғри йыйынтыҡтар авторы. Г. ижадында Тыуған ил темаһы ҙур урын алып тора. Стәрлетамаҡ урыҫ драма театрында ҡуйылған “Салауат Юлаев” (“Салават Юлаев”; 1969) драматик поэмаһында һәм “Салауат Юлаевҡа” (“К Салавату Юлаеву”) шиғырында башҡ. халҡының легендар батыры Салауат Юлаев образы тыуҙырылған. “Уянған легендалар илендә” (“В краю разбуженных легенд”; 1999) романы, “Ағиҙел” (“Река Белая”), “Башҡорт ҡыҙына” (“Башкирке”) һ.б. шиғырҙары Башҡортостанға арналған.

Әҫәрҙ.: Я с тобою, Россия: стихи. М., 1969; Под радугой. М., 1979; От колыбели до бессмертия: стихи. М., 1995.

Әҙәб.: Башкирия в русской литературе. Т.6. Уфа, 2004.

М.Ғ.Рәхимҡолов

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика