АВЕРЬЯНОВ Иван Андреевич (1.6.1923, БАССР‑ҙың Тамъян‑Ҡатай кантоны Туҡан руднигы ҡсб, хәҙ. БР‑ҙың Белорет р‑ны Туҡан а., — 8.1.2000, Мәскәү), инженер, генерал‑полковник (1983). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ф.Э.Дзержинский ис. артиллерия акад. тамамлаған (Мәскәү). 1941 й. алып Совет Армияһында. 1942 й. нояб. Воронеж, Көньяҡ‑Көнбайыш, 2‑се һәм 3‑сө Украина фронттарында хеҙмәт итә. Сталинград һәм Курск янындағы һуғыштарҙа, Харьков, Кировоград, Корсунь‑Шевченковский, Яссы—Кишинёв һәм Будапешт операцияларында ҡатнаша. Һуғыштан һуң Карпат яны хәрби округында хеҙмәт итә, Артиллерия акад., КПСС ҮК аппаратында, СССР Оборона министрлығында (1966 й. алып Баш идаралыҡ нач. урынбаҫары, 1973 й. — нач.) эшләй. 1988 й. отставкала. Ленин (1986), Окт. Революцияһы, 1‑се (1985) һәм 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы, 2 Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, 3 Ҡыҙыл Йондоҙ һәм сит ил орд. м‑н бүләкләнгән.

Ғ.Һ.Булатов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке