ҒИНИӘТУЛЛИН Талха Йомабай улы [(урыҫса баҫмаларҙа псевд.: Анатолий Генатулин) 20.4.1925, БАССР- ҙың Тамъян‑Ҡатай кантоны Ураҙ а. (БР‑ҙың Учалы р‑ны)], яҙыусы. БР- ҙың халыҡ яҙыусыһы (2010). БАССР- ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1990). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1978). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. М.Горький ис. Әҙәбиәт ин‑тын тамамлаған (Мәскәү, 1966). 1955 й. алып Мәскәүҙә йәшәй. “Мышағыр” (“Рябиновая гора”) исемле тәүге китабы 1969 й. сыға. Ғ. күп әҫ. автобиографик характерҙа. “Айыуташ” (“Аюташ”; 1975), “Минең алтын бишегем” (“Золотая моя колыбель”; 1984), “Тау артында ниҙәр бар” (1997) һ.б. китаптарына ингән әҫ. башҡ. халҡының рухи бөйөклөгө, тәрән аҡылы күрһәтелгән. Ғ. ижадында Бөйөк Ватан һуғышы темаһы ҙур урын алып тора [“Атака” (1982); “Ҡурҡыу” — “Страх”, “Һарыҡташтар араһында” — “Среди валунов” (икеһе лә — 1989) повестары]. “Туннель” (1985) һәм “Ҡамау” (“Загон”; 1990) повестары нигеҙендә — фронтовиктарҙың һуғыштан һуңғы ауыр тормошо. Ғ. әҫ. башҡ. теленә Ә.М.Әминев тәржемә иткән. Китаптары инглиз, немец, ҡытай, поляк һ.б. телдәрҙә баҫылып сыҡҡан. С.Т.Аксаков ис. пр. лауреаты (2008). 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), 3‑сө дәрәжә Дан (1944) орд. м‑н бүләкләнгән.

 Ә ҫ ә р ҙ.: Тыуған тупһа янында: повестар, хикәйәләр. Өфө, 1994; Нас остаётся мало: рассказы и повести. М., 1988; Вот кончится война: повести и рассказы. М., 2005. Әҙәб.: Башкирия в русской литературе. Т.6. Уфа, 2004.

С.Ғ.Сафуанов, Ә.М.Әминев

Тәрж. Л.Н.Абдрахманова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика