ҒАФУРИ Мәжит [Ғафуров Ғәбделмәжит (Абдулғафуров Абдулмәжит) Нурғәни улы], 20.7.1880, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Еҙем-Ҡаран а. (БР‑ҙың Ғафури р‑ны) — 28.10. 1934, Өфө, В.И. Ленин ис. паркта ерләнгән], яҙыусы. БАССР-ҙың халыҡ шағиры (1923). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1934). “Рәсүлиә” (1898), “Мөхәмәҙиә” (Ҡазан, 1904), “Ғәлиә” (1906) мәҙрәсәләрендә уҡыған. Башҡ. совет әҙәбиәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Жанр төрлөлөгө, публицистик һәм сатирик пафос м‑н характерланған ижады тарихтың һынылыш мәлдәрендә халыҡ яҙмышын һүрәтләй, тыуған яҡтың 20 б. башындағы үҙенсәлекле йылъяҙмаһы булып тора. Ғ. тәүге ижады мәғрифәтселек идеялары м‑н һуғарылған; “Себер тимер юлы, йәки Әхүәле милләт” (1904) исемле тәүге шиғырҙар китабында шағир халыҡты белем алырға саҡыра, Рәсәйҙә барған фәнни‑техник үҙгәрештәргә ҡушылып, алға барырға өндәй. Революция (190507) йоғонтоһонда Ғ. шиғриәте яңы тема һәм жанрҙар м‑н байытыла, буржуазияға ҡаршы һәм милли‑азатлыҡ йүнәлешен ала. Халыҡтың соц. проблемалары һәм ғазапланыуҙары, йәберләнгәндәрҙең хоҡуғы өсөн көрәш т‑да шиғри әҫәрҙәр ижад итә: “Шатлыҡ шиғыры”, “1906 йылдың 1907 йылға васыяты”, “1907 йылдың яуабы” мәктүб һәм хитаптары; “Һарыҡты кем ашаған?”, “Януарҙарға килгән үләт”, “Ике себен” мәҫәлдәре. “Баҙарға сыҡтым” (1907) шиғырында, “Фәҡирлек менән үткән тереклек” (1904) һәм “Аслыҡйыл, йәки һатлыҡ ҡыҙ” (1908) хикәйәләрендә, “Ярлылар, йәки Өйҙәш ҡатын” (1909) повесында яҙыусы буржуаз йәмғиәттең етешһеҙлеген һәм әхлағын фашлай. Халыҡтың Беренсе донъя һуғышы тыуҙырған михнәт һәм өмөтһөҙлөгө “Һалдат ҡатыны Хәмиҙә” (1915) хикәйәһендә, “Кем ул?” (1915), “Юҡтырһың да, Алла!” (1915) шиғырҙарында сағылдырыла. Революциянан (1917) һуң Ғ. ижадында йәмғиәт тормошондағы үҙгәрештәр, ижади хеҙмәт төп тема була, лирик мотивтар күренә башлай. “Бир ҡулыңды” (1920), “Ир‑егеткә” (1922), “Төнгө смена” (1926) һ.б. шиғырҙары хеҙмәтсәндәрҙең берҙәмлеге һәм тыныслығы, үҙ халҡының лайыҡлы киләсәгенә ышаныс идеялары м‑н һуғарылған. “Тормош баҫҡыстары” (1928), “Шағирҙың алтын приискыһында” (1930) повестары автобиографик характерҙа. “Ҡара йөҙҙәр” (1926) повесы совет прозаһында ҡатын‑ҡыҙҙың хоҡуҡһыҙлығы темаһын күтәргән ҙур әҫәрҙәрҙең береһе була. Повесть б‑са Башҡорт драма театрында — ш. уҡ исемле спектакль, Опера һәм балет театры сәхнәһендә балет ҡуйыла. “Ҡыҙыл йондоҙ” (1926) драмаһы башҡ. драматургияһында Граждандар һуғышы йылдарындағы ауыл тормошон һүрәтләгән беренсе әҫәр була (Башҡорт драма театрында ҡуйыла). “Эшсе” поэмаһы шағирға милли музыкаль драматургия үҫешенә йоғонто яһаған ш. уҡ исемле опера (1930; комп. Ғ.С.Әлмөхәмәтов, В.И.Виноградов, С.Ғәбәши; Ҡазанда ҡуйыла) өсөн либретто яҙыуға нигеҙ була. Ғ. — милли балалар әҙәбиәтен башлап ебәреүселәрҙең береһе, балалар өсөн “Беҙбәләкәй саҡтарҙа” (1927), “Юғалған Аҡтырнаҡ” (1930), “Ҡыр ҡаҙы” һ.б. китаптар авторы. Публицистика, башҡ. фольклорын йыйыу һәм өйрәнеү м‑н шөғөлләнгән, “Заятүләк менән Һыуһылыу” эпосының бер вариантын баҫтырып сығарған. Әҫәрҙәре ҡаҙаҡ, сыуаш, украин һ.б. телдәргә тәржемә ителгән. БР‑ҙағы адм. район, Бүздәк р‑нындағы ауыл Ғ. исеме м‑н аталған. Башҡорт драма театры уның исемен йөрөтә, театр алдында шағирға һәйкәл ҡуйылған; паркка (ҡара: Ғафури М. исемендәге үҙәк мәҙәниәт һәм ял паркы), Өфөлә һәм респ. башҡа ҡала-ауылдарында, ш. уҡ Ҡазан, Кривой Рог, Снежинск һ.б. ҡалаларҙа урамдарға; Ғафури р‑нының Красноусол а. кинотеатрға уның исеме бирелгән. Ғафури М. мемориаль йорт-музейы, тыуған ауылында йорт‑музей асылған; Ишембайҙа бюст ҡуйылған. “Мәжит Ғафури 21 быуат” Мәҙәни фонды эшләй, уның тарафынан 2005 й. шағир ис. премия һәм миҙал булдырыла.

 Ә ҫ ә р ҙ.: Әҫәрҙәр: 4 томда. Өфө, 1978—1979; Утро свободы: стихи и поэмы. М., 1980; Повести. М., 1981; Избранное: повести, рассказы, стихи. Уфа, 2008.

Әҙәб.: Р а м а з а н о в Г.З. Мажит Гафури: очерк жизни и творчества. М., 1980; Х у с а и н о в Г.Б. Литература и наука: избранные труды. Уфа, 1998; Творчество Мажита Гафури — источник идей справедливого общества и мира: сб. материалов Межрегион. науч.-практ. конф. Уфа, 2010.

 

Т.Ә.Килмөхәмәтов

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика