ҒАРИПОВА Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы (22.9.1947, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Күсей а.), прозаик, драматург. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1994). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1986). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1973) ТТӘИ‑лә эшләй. 1975 й. алып Йылайыр р‑ны, Баймаҡ һәм Учалы ҡҡ. белем биреү учреждениеларында, район гәзиттәрендә, Учалы һәм Сибай яҙыусылар ойошмаларында, Сибай телевидениеһында (1995—96 йй. баш мөхәррир) һ.б. эшләй; 2000— 03 йй. “Ватандаш” ж. хеҙм‑ре. “Ялан сейәһе” исемле тәүге хикәйәләр йыйынтығы 1982 й. сыға. Үҙенең әҫәрҙәрендә Ғ. юғары әхлаҡ ҡиммәттәренең өҫтөнлөгөн раҫлай. “Ай менән Ҡояш бер генә” (1990) повесында төп героиняның донъяға ҡарашы формалашыуы, уның әхлағы нығыныуында ата‑әсәһенең, уны уратып алған кешеләрҙең, тыуған ерҙең роле күрһәтелә. “Бөйрәкәй” (1997—2004) роман‑эпопеяһы сюжетының ғәҙәти булмауы, стиле, милли колориты уны үҙенсәлекле итә, бер ғаиләнең драматик яҙмышы аша Рәсәй тарихының тотош бер дәүерен күҙалларға мөмкинлек бирә; әҫәр уҡыусыларҙа ҙур резонанс тыуҙыра. Ғ. “Ямғыр көткәндә”, “Бәхеткә ҡасҡандар”, “Ғилмияза” һ.б. пьесалар авторы, улар БР театрҙарында сәхнәләштерелгән. “Йәй ташы” пьесаһы б‑са 2002 й. “Сөмбөлдөң етенсе йәйе” нәфис фильмы (реж. Б.Т.Йосопов, “Башҡортостан” к/ст) төшөрөлә, ул “Сталкер” (2002; Мәскәү), БДБ илдәренең һәм Балтияның “Киношок” (2004; Анапа), “Алтын Мөнбәр” мосолман киноһы (2005; Ҡазан) һ.б. халыҡ‑ара кинофестивалдәрҙә күрһәтелә. БР‑ҙың Салауат Юлаев ис. Дәүләт пр. лауреаты (2006).

 Ә ҫ ә р ҙ.: Күгәрсен йыры: хикәйәләр. Өфө, 1987; Сысҡансыҡ менән Сысҡансуҡ. Өфө, 1999.

Әҙәб.: Аҙнағолов Р.Г. Өйөрмәле йылдар ауазы: Таңсулпан Ғарипова ижады. Өфө, 2005; Муллағолова Э.М. Бер тамсыла ҡояш сағыла. Өфө, 2012.

Г.Н.Гәрәева

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика