ҒӘЙЕТБАЙ (Ғәйетбаев) Наил Әсхәт улы (20.6.1948, Баймаҡ ҡ.), драматург, прозаик. РФ‑тың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (2011), БР‑ҙың атҡ. сәнғәт хеҙм‑ре (1993). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1981). Магнитогорск тау-металлургия ин‑тын (1972), М.Горький ис. Әҙәбиәт ин‑ты эргәһендәге Юғары әҙәби курстарҙы (1983), РСФСР‑ҙың Мәҙәниәт министрлығы эргәһендәге Юғары театр курстарын (1987; икеһе лә — Мәскәү) тамамлаған. 1972— 88 йй. Кемерово өлк. пр‑тиеларында һәм Башҡ‑н баҡыр-көкөрт комб‑тында (Сибай ҡ.) эшләй; 1992—97 йй. БР‑ҙың мәҙәниәт министры урынбаҫары, 1994—2010 йй. “Тамаша” ж. баш мөхәррире, бер үк ваҡытта 2000— 06 йй. БР‑ҙың Милли әҙәби музейы ген. дир., 2014 й. алып БР Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе. “Алтын ямғырҙар миҙгеле” исемле тәүге китабы 1979 й. сыға. “Һары тәҙрәләр” (1981), “Буран” (1983) повестар һәм хикәйәләр йыйынтыҡтарының төп темаһы — бөгөнгө йәмғиәттә барған соц. һәм психологик процестар. “Сит планета ҡыҙы” (2003) романы фантастика жанрында яҙылған. Һ.Л.Дәүләтшинаның, Р.Й.Ғариповтың тормошо һәм ижадына арналған “Төн, йәки Һәҙиә менән Рәми” трагедияһы авторы. “Дүрт кешелек табын” драмаһында, “Әстәғәфирулла!” фарсында, “Аты барҙың дәрте бар” комедияһында һ.б. автор әхлаҡ проблемаларын күтәрә. Ғ. пьесалары БР, РФ һәм сит ил театрҙарында ҡуйылған. Аҡмулла ис. пр. лауреаты (2003).

Ә ҫ ә р ҙ.: Пьеса нисек яҙыла. Өфө, 1997; Ауылға ҡыҙҙар килде: пьесалар. Өфө, 2001; Аҡ төндәр: пьесалар. Өфө, 2008; Светят окна в ночи: повести и рассказы. М., 1988.

Әҙәб.: С ә ғ и т о в Т. Дарманға бай Ғәйетбай. Өфө, 1998.

Һ.С.Сәйетов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика