ҒӘЙНУЛЛИН Миҙхәт Фазлый улы (13.11.1925, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Бәләкәй Өстүбә а. — 15.3.2001, Мәскәү, Өфөлә ерләнгән), әҙәбиәт белгесе. Филол. ф. д‑ры (1975), проф. (1976). РСФСР‑ҙың (1985) һәм БАССР- ҙың (1977) атҡ. фән эшмәкәре. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1956). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын тамамлаған (1951). 1954 й. алып ТТӘИ хеҙм‑ре, 1957 й. БАССР Яҙыусылар союзы идараһының яуаплы секретары, 1958 й. башлап КПСС Башҡ‑н өлкә ком‑тының бүлек мөдире. 1961—2001 йй. БДУ‑ла эшләй: 1989 й. тиклем проректор, 1992 й. тиклем журналистика каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге башҡ. драматургияһы һәм театр сәнғәте үҫеше тарихына арналған. Публицистика жанрында эшләй. “Башҡорт совет яҙыусылары” (1967; урыҫ т. “Писатели Советской Башкирии”, 1969) биобиблиографик белешмәһе, “Башҡорт драматургияһы антологияһы” (1984) йыйынтығы, юғары уҡыу йорттары һәм мәктәптәр өсөн башҡ. әҙәбиәте дәреслектәре автор-төҙөүселәренең береһе. 60-тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы. 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), “Почёт Билдәһе” (1981), 3‑сө дәрәжә Дан (1945) орд. м‑н бүләкләнгән. Өфөлә Ғ. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Х е ҙ м.: Ысынбарлыҡ. Конфликт. Характер. Өфө, 1974; Башҡорт драматургияһының үҫеү юлдары. Өфө, 1985; Драматургия С.Мифтахова. Уфа, 1959; Лики времени. Уфа, 1995.

 

   С.Ғ.Сафуанов

Тәрж. Л.Н.Абдрахманова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика