ҒӘЗӘЛ (ғәр.), Көнсығыш поэзияһында моноримик лирик шиғыр төрө. Ғ. төп йөкмәткеһе — ҡатын-ҡыҙға мөхәббәтте данлау. Ғәҙәттә, 12—15 бәйеттән тора. Һуңғы бәйеттә тәхәллус (псевдоним) телгә алына. Ғ. рифма тәртибе: аа, ба, ва, га... Рифманың йыш ҡына рәдиф (юл аҙағында ҡабатланып килеүсе һүҙ йәки һүҙҙәр төркөмө) м‑н килеүе мөмкин. Көнсығыш поэзияһында Ғ. классик үрнәктәрен Рудаки, Сәғҙи, Хафиз, Науаи, Физули һ.б. ижад итә, башҡорт әҙәбиәтендә Ғ. формаһына Ғ.Соҡорой, Ш.Зәки, Аҡмулла, М.Ғафури, Ш.Бабич һ.б., 20 б. 60—90 йй. Х.Ғиләжев, М.Кәрим, С.Ҡудаш, М.Тажи, М.Ямалетдин һ.б. мөрәжәғәт итә.

Әҙәб.: Ә х м ә т й ә н о в К.Ә. Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге. Өфө, 1965; Ҡ у н а ф и н Ғ. Башҡорт поэзияһында ғәзәл жанры //Башҡорт әҙәбиәтендә жанрҙар системаһы. Өфө, 1980.

 Ғ.Б.Хөсәйенов

Тәрж. Л.Н.Абдрахманова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика