ҒАБДРАХМАНОВ Рәйес Бикмөхәмәт улы (3.10.1918, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Күсәрбай а., хәҙ. БР‑ҙың Благовар р‑ны Иҫке Күсәрбай а. — 7.3.1988, Өфө), яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1956). 1939 й. алып “Ленинсы”, “Коммуна” (ҡара: “Кызыл таң”), “Сталин юлы” (ҡара: “Благоварские вести”) гәз. әҙәби хеҙм‑ре. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында “Уралмаш” з‑дында (Свердловск ҡ.) эшләй. 1945 й. башлап “Кызыл таң” гәз. әҙәби хеҙм‑ре, яуаплы секретары, 1952 й. — Башҡ‑н дәүләт нәшриәте, 1957—78 йй. (өҙөклөктәр м‑н) “Һәнәк” ж. хеҙм‑ре. “Яңы билдәләр” тип аталған тәүге хикәйәләр йыйынтығы 1951 й. сыға. “Ҡаңғылдашып ҡаҙҙар киткәндә” (1961), “Төш алдынан” (1963) повестарында кешенең рухи донъяһы формалашыуы проблемалары күтәрелә. Балалар өсөн “Ауыл малайы” (1956) хикәйәләр йыйынтығы, “Мажаралы юл” (1958), “Биш батырҙың алты ейәне” (1964) повестары авторы.

Ә ҫ ә р ҙ.: Имән миндек: сатирик һәм юмористик хикәйәләр. Өфө, 1983; Эҙҙәр: повестар. Өфө, 1985; Аралар: повесть. Өфө, 1990.

М.Ф.Ғәйнуллин

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика