АВЕРЬЯНОВ Вячеслав Юрьевич (15.9.1959, Белорет ҡ.), лётчик, капитан (1985). Рәсәй Федерацияһы Геройы (2001). РФ-тың атҡ. һынаусы лётчиғы (2006). Ейск юғары хәрби авиация лётчиктар уч‑щеһын (1980), Һынаусы лётчиктар мәктәбен (Жуковский ҡ., 1986) тамамлаған. 1976—85 йй. Совет Армияһында. 1980—85 йй. Ейск юғары хәрби авиация лётчиктар уч‑щеһының лётчик‑инструкторы. 1986 й. алып Ю.А.Гагарин ис. авиация з‑дында (Амурҙағы Комсомольск ҡ.), 1989 й. — П.О.Сухой ис. тәжрибә КБ‑нда (Жуковский) осоу‑һынау эшендә. Бангалор (Һиндостан), Дубай (Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре), Фарнборо (Бөйөк Британия), Джакарта, Лима, Париж һ.б. ҡҡ. халыҡ‑ара күргәҙмәләрҙә Су‑30, Су‑35, Су‑33 һәм Су‑30МК самолёттары сығышында ҡатнаша. Герой исеменә А. авиация техникаһын һынауҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Батырлыҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1996).

Е.А.Смирнов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

 

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018