ВӘЛИЕВ Ғәйфулла Хәмит улы [6.11.1930, БАССР‑ҙың Красноусол р‑ны Имәнлек а. (БР‑ҙың Ғафури р‑ны) – 1.8.1982, Өфө], яҙыусы. Журналистар союзы (1957), Яҙыусылар союзы (1978) ағзаһы. БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1980). Ленинград юғары партия мәктәбен тамамлаған (1963). 1957—58 йй. “Совет Башҡортостаны” гәз., 1963 й. алып “Һәнәк” ж. әҙәби хеҙм‑ре. 1964—65 йй. БАССР МС‑ы эргәһендәге ТВ һәм радиотапшырыуҙар б‑са дәүләт ком‑ты мөхәррире, 1968 й. — баш мөхәррире. 1965—68 йй. КПСС‑тың Күгәрсен район ком‑ты секретары. “Торналар төйәге” исемле тәүге китабы 1974 й. сыға. В. әҫәрҙәренә сюжеттың мауыҡтырғыс һәм оригиналь булыуы, хистойғолар  байлығы хас. “Өстамаҡ” (1978), “Әсәйем фатихаһы” (1981) китаптарының геройҙары– ғәҙел, яратҡан эштәренә сикһеҙ бирелгән, ата-бабалар йолаларына тоғро кешеләр. В. “Хыял ҡошом” пьесаһы Салауат башҡорт драма театры сәхнәһендә ҡуйылған. БР‑ҙың Ғафури р‑ны Йөҙимән а. мәктәпкә һәм урамға В. исеме бирелгән.

Әҫәрҙ.: Бөҙрә тирәктәр: повестар һәм хикәйәләр. Өфө, 2002.

Б.М.Ноғоманов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика